Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Март 2021, 07:20

Бөгөн – Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө

1993 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы туберкулез ауырыуын – милли фажиғә, ә 24 мартты Туберкулезға ҡаршы көрәш көнө тип иғлан итте. Йыл һайын планетала 8 миллион самаһы кеше үпкә сирен йоҡтора.

Туберкулез — һауа-тын алыу юлы менән таралған инфекция ауырыуы. Уны туберкулез таяҡсаһы тыуҙыра. Сирҙе дауалау оҙаҡ ваҡыт талап итә. Уртаса 90 көндән алып бер нисә йылға тиклем. Туберкулезды иҫкәртеүҙең төп сараһы — сәләмәт тормош алып барыу, гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, дөрөҫ туҡланыу, ти белгестәр.
Үҙ ваҡытында флюорография тикшеренеүе үтеү сирҙе иртә асыҡлауҙың төп ысулы булып ҡала. Уны ике йылға бер тапҡыр үтеү мөһим.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас