Проектта билдәле артистар, күптән инде тамашасылар һөйөүен яулаған юмор оҫталары Шәһит Хамматов, Иҙел Аралбаев, Илсур Тайсин, Илнур Юламановтар башҡарған миниатюралар, көләмәстәр урын алған. Шулай уҡ шоуҙа башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Лилиә Ишемйәрова, Айгөл Һағынбаева, Ильяс Кинйәғолов, Сәғиҙулла Байегет, Дияна Ишниязова, Заһир һәм Рәүеф Иҫәнсуриндар, "Бишбармак" этно-проекты, "Хазина" төркөмө, "Реннесанс", "Вираж" ансамблдәре, "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле ҡатнаша.