Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Март 2021, 06:55

Юлдарҙағы камераларҙың ҡайҙа торғаны билдәле буласаҡ

22 мартта БР Башлығы Радий Хәбиров юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотоға һәм видеоға теркәгән камераларҙың "кешеләрҙең кеҫәһенә инеү өсөн түгел, ә уларҙың йорттарына - балалары, яҡындары һәм туғандары янына әйләнеп ҡайтһындар өсөн" урынлашыуы тураһында белдерҙе һәм был ҡоролмаларҙың ҡайҙа урынлашыуын водителдәргә асырға ҡушты.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, бөгөнгә республика юлдарында 1015 камера бар, улар араһынан федераль трассалдарға 59 ҡоролма тура килә. Быйыл тағы ла 100 камера ҡуйыласаҡ: Р-240 юлында - 41, М-5-тә 32, М-7-ә 20, Өфөнөң Көнбайыш урауында - 7. Комплекстар ҡуйыласаҡ урындар тикшерелгән, әле төҙөлөш-монтажлау эштәренә әҙерлек бара.
Камераларҙы ҡайҙа урынлашҡанын ошо һылтанма буйынса ҡарағыҙ: http://svkrb.ru/kam/index.html
Читайте нас