Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Март 2021, 04:50

Юл фажиғәләре - 22 март

Кисә республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, ете кеше яраланған.

Төнгә ҡарай Көйөргәҙе районында, Өфө-Ырымбур автоюлының 239-сы саҡрымында, Өфө районынан 32 йәшлек ир идара иткән "Daewoo Nexia" менән Ырымбур өлкәһенән 35 йәшлек ир идара иткән "Mercedes-Benz" машинаһы бәрелешкән. Аварияла "Daewoo"ның водителе ауыр яраланған.

Төнгө сәғәт беренселә Ауырғазы районында, Өфө-Ырымбур автоюлының 60-сы саҡрымында, Иглин районынан 42 йәшлек ир "Hyundai" фургонында светофорға туҡтаған "DAF" йөк машинаһына барып бәрелгән. "Hyundai"ҙың водителе ауыр йәрәхәтләнеп, дауаханаға эләккән.
Тәүлек эсендә 2700-ҙән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 38 иҫерек водитель тотолған.
Фото: Д.Ғилметдинов.
Читайте нас