Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Март 2021, 09:44

Парк һәм скверҙарҙы реконструкциялауға аҡса бүленә

2021 йылда йәмәғәт биләмәләрен булдырыу өсөн республикаға федераль бюджеттан 1,77 млрд һум аҡса күсереләсәк.

Эштәр "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты һәм Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу өсөн иң яҡшы проекттар конкурсы сиктәрендә башҡарыла.
123 объект буйынса килешеүҙәр төҙөлгән: Ағиҙел, Дүртөйлө, Мәләүез, Яңауыл һәм Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылындағы конкурс проекттары буйынса эштәр тамамланырға тейеш. Бынан тыш, ағымдағы йылда Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай, Учалы ҡалаларында, Мәләүез районының Воскресенск ауылы һәм Йылайыр районының Йылайыр ауылындағы һигеҙ проектты бойомға ашырыу башланасаҡ.
Быйыл уҙасаҡ конкурсҡа тағы 14 ғариза әҙерләнә. Унда Ағиҙел, Бөрө, Бәләбәй, Дүртөйлө, Күмертау, Мәләүез, Межгорье, Туймазы, Стәрлетамаҡ, Яңауыл ҡалалары, шулай уҡ Кушнаренко районының Кушнаренко ауылы һәм Ишембай районының Верхотор ауылы инәсәк.
Читайте нас