Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Март 2021, 17:59

Ир менән ҡатын янғында һәләк булды

Өфөләге бөгөнгө янғын ике кешенең ғүмерен өҙҙө.

Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Баш ҡалабыҙҙың Комсомол урамында урынлашҡан йорттоң бишенсе ҡатын көтмәгәндә ут ялмай. Янғын 12 квадрат метр майҙанды биләй. Ҡотҡарыусылар тиҙ арала утты һүндерә, әммә бының өсөн йорттан утыҙ кешене, шул иҫәптән балаларҙы ла сығарырға тура килә.
Үкенескә күрә, көл-күмер араһында ике кешенең мәйете табыла – ҡатын һәм ир. Уларҙың кем булыуҙары әле асыҡланмаған.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлыҡ
Читайте нас