Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Март 2021, 06:09

«Бысраҡ табан аҫтында башҡорт намыҫы ятмаҫ...»

«Аҡ барыҫ» етәкселегенә көйәрмәндәренең әҙәпһеҙлеге өсөн яуап бирергә тура киләсәк.

Уҙған уйынды ҡараусылар беләһегеҙҙер, «Аҡ барыҫ» көйәрмәндәре аренаны шаулатып, барабан һуғып, Башҡортостандың гимнын тыңларға ирек бирмәгәйне. Был хәл шунда уҡ йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙырҙы. Радий Хәбиров әйтмешләй, милли мөнәсәббәттәр – бик нескә ҡыл, тартһаң өҙөлөргә генә тора...
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов КХЛ-дың етәкселегенә рәсми хат ебәргән. Улар иһә «Аҡ барыҫ»ҡа 100 мең һум штраф һалырға йыйына. Клуб етәкселеге ғәфү үтенеп: «Алдан уйлап эшләнелгән акция түгел, бары аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуҙы, беҙҙең клуб милли гимндарға хөрмәт менән ҡарай. Бындай хәлдәр башҡа булмаһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ», – тип яуап биргән.
Әлеге хәлгә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та иғтибар иткән. Ул үҙенең социаль селтәргә урынлаштырған яҙмаһында быны «вакханалия» тип атаған. «Хәтерләһәм, бындай «перфоманс»тар булғаны юҡ ине. Татарстанда тейешле саралар ҡабул итерҙәр, көйәрмәндәр менән тәрбиә эштәре алып барырҙар, тип ышанам», – тигән ул.
«Йәшел дерби»ның дүртенсе уйыны бөгөн Өфөлә уҙасаҡ, серияла иҫәп «Аҡ барыҫ» файҙаһына – 3:0.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас