Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Март 2021, 17:16

Бесәй бер йәшлек сабыйҙы үлемдән ҡотҡарған

Мыраубикә үҙенең тауышы менән кешеләрҙе ярҙам саҡырған.

«Мәскәү комсомолы» порталы хәбәр итеүенсә, Мәскәүҙә уҙған йыл башында әсә булған Алина исемле 38 йәшлек ҡатын ҡурҡыныс хәлгә тарый. Ул үҙ фатирында ни сәбәптәндер вафат була (әле асыҡлана). Ә етем ҡалған бер йәшлек сабый дүрт көн буйы фатирҙа яңғыҙы була — тамаҡ юҡ, һыу юҡ... Аслыҡтан үлем сигендә ятҡан баланы үҙҙәренең бесәйе ҡотҡара.
Баҡһаң, 38 йәшлек әсә ҡала ситендә йәшәүсе туғандарына ялдарға ҡарай уларға ҡунаҡҡа барырға йыйыныуы тураһында хәбәр иткән була. Яҡындары иһә бәйләнеш насарлыҡҡа һылтанып, Алинаның юғалыуына аптырамай. Бары тик өс көн үткәс кенә борсола башлайҙар. Иң тәүге булып, фатирға ҡатындың әсәһе килә. Уға бер кем дә ишек асмағас, ҡартәсәй кеше аптырашта ҡала. Барлыҡ туғандарына шылтыратып, эҙләй башларға ҡуша. Шул саҡта фатир эсендә бесәйҙең бер туҡтауһыҙ көслө итеп мыяулағаны ишетелеп ҡала. Оло йәштәге ҡатын был юҡҡа түгелдер тип, слесарҙе саҡыра. Ир килеү менән ашығыс хеҙмәттәргә шылтырата. Баланы тиҙ арала яҡындағы балалар дауаханаһының реанимацияһына илтәләр.
Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Сабыйҙы ҡартәсәһе һәм ҡартатаһы тәрбиәгә аласаҡ.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас