Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Март 2021, 11:19

Башҡорт аттарын данлап

Салауат районында “Көҙәйҙәр бәйгеһе" ат-сана ярышы үтте.

Ул "Нәүрүз байрамы" сиктәрендә ойошторолдо. Ярышты күрше райондарыбыҙҙан, Силәбе өлкәһенән, баш ҡаланан килеп ҡараусылар ҙа булды. Байрам ситкәрендә фольклор коллективатыры йыр-моң, бейеү менән биҙәне һәм батырҙарыбыҙ өсөн милли спорт уйындары ла ойошторолдо.
- Йәйге матур миҙгелдә Һабантуй байрамының иң күңелле күренеше – ат сабышы булһа, ә ҡышҡы һәм яҙғы көндәрҙә - саналы ат ярышы. Башҡорт батырҙарының айырылмаҫ юлдашы ла ат булған. Төньяҡ Амурҙары, Башҡорт атлы кавалерияһы ғына ни тора! Байрам биҙәлгән аттар парадынан башланып китте. Махсус һалынған маршрут буйлап матур саналар егелгән аттар елеп уҙыуы – ат һөйөүселәр өсөн үҙе бер ҡыуаныс. Быйылғы йылда районыбыҙҙа ат ярыш 5-се тапҡыр үткәрелә. Был ярыштарҙа йыл да районыбыҙҙың Шайтан көҙәй яҡтарында урынлашған Әлкә, Ҡаратаулы, Ишембай, шулай уҡ Әй буйы башҡорттары Лағыр, Яҙғы йорт ауылдарынан һәм Йүрүҙән буйында урынлашҡан "Янған-Тау" шифаханаһынан әуҙем ҡатнаша, - ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғилманов.
Читайте нас