Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Март 2021, 10:10

Һайлауҙа эшләйәсәк 7000 күҙәтеүсене уҡытыу апрелдә башлана

Быйыл сентябрҙә РФ Дәүләт Думаһына һәм урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлау уҙа. Беҙҙең республикала тауыш биреүҙе 7000 йәмәғәт вәкиле күҙәтәсәк.

Барлығы 3406 участка һайлау комиссияһына икешәр күҙәтеүсе әҙерләү планлаштырыла.

Һайлауға бәйле матбуғат конференцияһында Ольга Панчихина белдереүенсә, 5 апрелдән өс ай дауамында буласаҡ күҙәтеүселәрҙе уникаль система буйынса БР Йәмәғәт палатаһы яныда төҙөлгән штаб лекторҙары уҡытасаҡ. Йәмәғәт палатаһының элекке рәйесе хәҙер ошо штабты етәкләй.

Апрель аҙағында Йәмәғәт штабы республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары (НКО) вәкилдәре менән һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөй.

Әйткәндәй, йәмәғәт күҙәтеүселәрен әҙерләүҙә берлектә эшләргә партияларҙың урындағы бүлексәләре менән дә меморандум төҙөлгән.

Лекторҙарға килгәндә, улар һаны 12. Өс айҙа уларға буласаҡ күҙәтеүселәрҙе уҡытыу өсөн район һәм ҡалаларға кәм тигәндә 70 тапҡыр сығырға тура киләсәк. График әҙер.

Штаб менән хеҙмәттәшлек итергә теләһәгеҙ, бәйләнеш саралары түбәндә: (347) 218-17-74, электрон адрес: nabludatel102@mail.ru

Фото: БР Йәмәғәт палатаһы сайтынан.
Читайте нас