Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Март 2021, 11:38

100 башҡорт халыҡ йырына патент бар

Тәүге исемлеккә ингән йырҙар араһында "Байыҡ", "Зөлхизә", "Ҡаһым түрә", "Ете ҡыҙ", "Хан ҡыҙы" һәм башҡалар бар. Реестр Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында баҫыласаҡ.

Республика 100 йырҙан торған йыйынтыҡҡа патент алды. Был эштең башы ғына. Башҡортостандың матди булмаған мәҙәни мираҫ реестры даими тулыланып барасаҡ. Был исемлеккә тәүҙә оҙон көй индерелде. Тимәк, оҙаҡламай башҡа халыҡ йырҙарына ла патенттар алынасаҡ.
Башҡорттостан Республикаһының матди булмаған мәҙәни мираҫы тураһында закон үткән йыл ҡабул ителгәйне. Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Роспатенттың базаһында һәр композиция буйынса тарихи белешмә, музыкаль нотация, текст кеүек мәғлүмәт тупланған. Көйҙө тыңлау өсөн махсус һылтанма бирелгән.
Читайте нас