Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2021, 13:12

Ялған аҡса һуғыусылар тотолған

Стәрлетамаҡтан 17-19 йәшлек алты егет Өфөгә килеп, сауҙа нөктәләрендә тауар һатып алғанда 5 мең һумлыҡ ялған аҡсалар менән иҫәпләшкән.

Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы күмәкләп эҙләп табып тотҡан.
Егеттәргә ҡарата енәйәт эштәре асылған.
Урамда берәйһе, мәҫәлән, осраҡлы кешеләр, таксистар, курьерҙар һ.б., эре аҡсаны ваҡлатырға һорап мөрәжәғәт итһә, баш тартығыҙ - бәләһенән баш-аяҡ.
Фото: Өфө ҡалаһы буйынса ЭЭМ идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас