Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2021, 04:10

Ҙур комплекста эшләгегеҙ килһә...

Баш ҡала янында "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса яңы етештереү комплексы төҙөлә. Индустриаль парктағы был урын 20 мең квадрат метр майҙанды биләйәсәк.

"Өфө" индустриаль паркында корпустар бер-бер артлы ҡалҡа. Әле беренсе һәм икенсе етештереү корпустары төҙөлөп бөтөп бара. Был урын эшҡыуарҙар өсөн дә, инвесторҙар өсөн дә бик уңайлы буласаҡ. Килеп урынлашаһың да, етештереү ҡеүәттәрен файҙаланып, эшләй ҙә башлайһың.

Был комплексҡа урынлашыу өсөн эшҡыуарҙар "Өфө" индустриаль паркының идара компанияһына, "Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы" йәмғиәтенә мөрәжәғәт итә ала (телефон һандары: +7 (347) 214 90 70).
Фото: БР Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы сайтынан.
Читайте нас