Был аҙнала конкурстың ойоштороу комитеты ултырышы үтәсәк, унда еңеүсе һәм бүләкләнеүселәр тураһында ҡарар ҡабул ителә. 8 апрелдә «Торатау» Конгресс-холында ярышҡа йомғаҡ яһала, еңеүсе ауылдарҙың исемдәре аталасаҡ.
Беренсе, икенсе, өсөнсө урын яулаусылар муниципалитет биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн ике, өс һәм биш миллион һумлыҡ сертификаттар аласаҡ.
«Айыҡ ауыл — 2020» проекты БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте шулай тип хәбәр итә.