Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2021, 17:24

Өҫтәмә вакцинациялау пункттары арта

Хәҙер Өфөлә «Мега», «Планета» сауҙа үҙәктәрендә һәм «Башҡортостан» лайф-стайл үҙәгендә прививка яһатырға мөмкин.

Мәкерле сиргә ҡаршы өҫтәмә вакцинациялау пункттары асылды. Өфөлә – «Мега», «Планета» сауҙа үҙәктәре, «Башҡортостан» лайф-стайл үҙәге, Стәрлетамаҡта – «СитиМолл» сауҙа үҙәге. Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республика Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.
«Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында даими мобиль пункт эшләй, ул үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте лә инде. 15 марттан 19-ына тиклем бында 567 кеше прививка яһатҡан», — тине ул.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас