Туймазы район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге начальнигы Олег Лазарев менән 48-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы начальнигы Альберт Маликов ошо һорауҙарға яуап бирә:
https://www.youtube.com/watch?v=KD_66T5Ex_EЯнғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре:
Төҙөк электр ҡорамалдары менән генә ҡулланығыҙ.
Иҫке шнур, оҙонайтҡыстар, төҙөк булмаған розетка, штепсель, электр ҡорамалдары менән файҙаланмағыҙ.
Электр ҡорамалдарын ремонтларға электриктарҙы саҡырығыҙ.
Көсөргәнеш биргән ҡеүәтле ҡорамалдарҙы бер юлы тоҡандырмағыҙ.
Ҡабыҙылған электр ҡорамалын тиҙ яна торған, ағас, пластик әйберҙәргә яҡын ҡуймағыҙ.
Өйҙә газ еҫе сыҡҡанда утты, шырпыны, тәмәкене, телефонды ҡабыҙырға ярамай.
04 телефоны аша авария хеҙмәтен саҡырығыҙ, улар килгәнсе бинаны елләтегеҙ.
Тоҡандырылған газ ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Шырпы, зажигалкаларҙы балаларҙан алыҫыраҡ урында һаҡлағыҙ.
Мейес янғанда, газ тоҡандырылған саҡта балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырып, ҡайҙалыр сығып китмәгеҙ.
Янғын сыҡһа 01 йәки 112 телефондарына шылтыратығыҙ! Адресығыҙҙы, ҡайҙа, нимә янғанын әйтегеҙ. Балаларҙы урамға сығарығыҙ!
Ут яңы тоҡанған булһа, уны һүндерергә ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙе файҙаланығыҙ (ҡалын юрған, тун, гөл һауытындағы тупраҡ, һыу һ.б.), әммә ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.