Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Март 2021, 07:45

Яҡташыбыҙ сираттағы билбауҙы яуланы!

#Йәшлек

Яҡташыбыҙ, Учалы районының Ҡорама ауылы егете Вилдан Минасов үҙе уҡыған Көньяҡ Урал дәүләт университетына ҙур еңеү килтерҙе — икенсе тапҡыр студенттар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионы булды.
Ил кимәлендәге ярыш 19 мартта Грозный ҡалаһында үтте. Вилдан 64 килограмм ауырлыҡ категорияһында сығыш яһап, өс көсөргәнешле алыш уҙғара. Чечня, Дағстан республикалары, Красноярск крайы бокссыларын ваҡытынан алда еңә!
Әйткәндәй, был ярышта Башҡортостан спортсылары ҡатнашмаған... Мейәс ҡалаһында йәшәүсе рухлы милләттәшебеҙ өсөн сикһеҙ ҡыуанабыҙ. Ул бынан алда Бөтә донъя бокссылар советының билбауына эйә булғайны.
Фото: «Бәйләнештә».
Читайте нас