Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Март 2021, 14:05

Шулай итеп, быйылға миҙгел тамам…

«Салауат Юлаев» командаһы плей-оффтың өсөнсө осрашыуында ла «Аҡ барс»ҡа ҡаршы тора алмай отолдо һәм моғайын киләһе бәйгелә серияһын тамамлар.

Күңелде йыуатыр өсөн бәлки еңер, тик башҡаһына хәлкәйе етеңкерәмәҫ шул. Метсола «тишелде», финдар «бирелде»… Башҡалары тырышып ҡарай, әммә оҫталыҡтары етеңкерәмәй. Ә инде Ламсаның башҡаса ысылу ҡалмаған кеүек. Ҡыҫҡаса әйткәндә, диңгеҙ буйын һағынғандар…
Фото: ТАСС.
Читайте нас