Эйе, беренсе уйында хужаларға ҡаршы әллә ни бер ни ҡыла алмағас, икенсеһендә өфөләр ҡатыраҡ бәрелеп, үҙ уйынын бәйләп маташты. Иҫәпте лә беренсе булыр юлаевсылар аса. Тик бына төп ваҡытта еңеүсенен асыҡлай алмағас, өҫтәмә ваытта бәхет йәнә хужалар яғына йылмая. Әлбиттә, йәл… Бында беҙҙекеләр ҙә еңеүгә лайыҡ ине. Тик баш эйергә ваҡыт юҡ. «Башҡорт» финдарына уйынды үҙ ҡулына алып, «Аҡ барс»ты үҙ урынына ултыртырға ваҡыт. Ана бит, башҡа сирекфиналдарҙа бәйге бик көсөргәнешле бара. «Металлург» беренсе осрашыуҙа «Авангард»ты алдырғас, икенсеһендә лә «тешләшеп» маташты, тик өҫтәмә ваҡытта ғына Хартлиның тәрбиәләнеүселәре көскә генә еңеүҙе тартып ала алды. СКА ла «Динамо» клубын 1:0 иҫәбенә отоп, серияны тигеҙләне. ЦСКА менән «Локомотив» хоккейсылары араһында ла әлегә тигеҙлек.
Тимәк, бөгөн Өфөлә булсасаҡ осрашыуҙа «Салауат Юлаев» командаһы үҙ көсөн күрһәтеп, кемдең-кем икәнен иҫбатларға тейеш. Һәр хәлдә, беҙ ышанабыҙ!