Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Март 2021, 07:34

Арағыҙҙа әкиәтселәр бармы?

Быйыл Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы үтәсәк, ошо уңайҙан «Өләсәйем әкиәттәре» республика онлайн-конкурсы иғлан ителде.

Төп маҡсаты – милли ауыҙ-тел ижадын үҫтереү һәм һаҡлау, әкиәт жанрын популярлаштырыу һәм әкиәтсе-оҫталарҙы асыҡлау.
Конкурстың йоштороусылары, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы төбәк башҡарма комитеты һәм Башҡортостан халыҡтар дуҫлығы йорто бәйге проекты менән Рәсәй Президентының грантына эйә булған.
Конкурста ҡатнашыу өсөн 15-20 минутлыҡ видеояҙма яҙҙырып ебәрергә кәрәк. Коллектив эштәр ҙә ҡабул ителә. Видеояҙмаларығыҙҙы 15 апрелгә тиклем konkursskazok2021@mail.ru адресына ебәрегеҙ. Тупланған әкиәттәр бер йыйынтыҡ итеп баҫтырыласаҡ.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас