Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2021, 16:45

Супер дуэт-2021

Бөгөн Учалы ҡалаһының Ижад йортонда "Супер дуэт-2021" конкурсында «Бәләкәй мисс» һәм «Йәш леди мисс» һайланды. Бәйгелә һаулыҡтары сикле балалар ҡатнашты.

Конкурс өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Ойоштороусылары - "Изгелек бүләк ит" ойошмаһы, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм район хакимиәте.
Бәйгелә ҡатнашҡан 14 пар – 6-18 йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙар, егеттәр ихлас үҙ һәләттәрен күрһәтте: улар спорт һәм ижади номерҙар әҙерләгәйне.
Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла төрлө номинацияларҙа бүләкләнде.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас