Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Марта 2021, 17:50

Шәп егеттәр арабыҙҙан китә...

Бөгөн БР Хөкүмәтенең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм агросәнәғәт комплексы департаментының Экология, тәбиғәтте файҙаланыу һәм урман хужалығы бүлеге етәксеһе Айбулат Юлай улы Ғәйнуллин баҡыйлыҡҡа күсте.

Республика халҡы уны һәләтле етәксе, тележурналист булараҡ белә. Айбулат Ғәйнуллин 1981 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Хеҙмәт юлын 2004 йылда «Башҡортостан» телевидениеһының «Ватан» яңылыҡтар бүлегендә хәбәрсе булып башлай, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙен әүҙем тормош позицияһы булған талантлы журналист итеп күрһәтә.
2005-2008 йылдарҙа - «СМАРТС» ябыҡ акционерҙар ойошмаһының үҫеш төркөмө дилер селтәрҙәренең Өфө филиалы етәксеһе.
2008-2010 йылдарҙа Ер һәм мөлкәт министрлығының, һуңыраҡ Урман хужалығы министрлығының мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе була.
2015 йылдан алып БР Хөкүмәтенең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм агросәнәғәт комплексы департаментының Экология, тәбиғәтте файҙаланыу һәм урман хужалығы бүлеген етәкләй. Айбулат Юлай улы урман хужалығы тармағына ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығының Почет грамотаһы, Федераль урман хужалығы агенствоһының Дипломы һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
«Йәшлек»тәр мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша...
Экология, тәбиғәтте файҙаланыу һәм урман хужалығы бүлеге фотоһы.
Читайте нас