Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2021, 16:36

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

Башҡортостанда пассажир автотранспорты ҡатнашлығында 12-18 мартта ике юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән (икеһе лә Өфөлә), ике кеше яраланған.

Ошо осорҙа автоинспекторҙар 1900 автобусты тикшергән.

141 автобус водителе пассажирҙарҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙған;

10 водитель светофорҙың ҡыҙыл утын инҡар иткән, биш кеше stop-линияла туҡтамаған;

8 автобус водителе йәйәүлеләргә юл бирмәгән;

73 автобус водителе хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгән;

353 автобус водителе маневр ҡағиҙәләрен үтәмәгән һ.б.
Фото: БР ЮХХДИ.
Читайте нас