"Ислам дине буйынса әҙәм һынын тағып йөрөү тыйылған. Һүрәткә ен инеүе ихтимал, тигәндәр.
Шуға ла Николай башын йәшереп, һул яҡтан, ә сәмреғошто күрһәтеп, уң яҡҡа баҫҡандар.
Боронғо һумлыҡ көмөш тәңкәләр араһында сәмреғош яғына алтын ялатылғанын осратырға мөнкин.
Оҙаҡ йылдар һаҡланғанға, алтыны ашалып бөтә. Тәңкәнең көмөшө лә кәмеп йоҡара.
Әҙ-мәҙ генә алтын төҫө ҡала, шулай ҙа тәңкә һыртында яҙыу бар. Унда нисә грамм алтын һәм көмөш ҡатнашмаһы ҡушылғаны яҙылған.
Алтын ялатылған тәңкә сулпыһы һәм селтәрҙәр хаҡы юғары булған.
Тәңкә, аҫылташ һәм мәрйенгә эш күләмен ҡушып, селтәр хаҡын һанағандар.
Башҡорт селтәре бер һыйырға тиңәлгән.
Ҡыҙҙарҙың аталары оҫталарҙан, бер эре баш малын биреп, ҡыҙҙарына селтәр бүләк иткән.
Үәт..."