

Көн менән төндөң тигеҙләшкән ваҡыты был. Тәүлектең 24 сәғәтен 12-шәрҙән тип-тигеҙ генә итеп, бүлгәндәр. Бөгөн тап шул көн булған икән. Халыҡ-ара кимәлдә билдәләнә.
Тап бөгөн күп илдә Яңы йыл башлана. Науруз байрамын беләһегеҙҙер.
Көн һәм төндөң тигеҙләшеүенән һуң яҙ ҙа шәберәк яҡынлаша. Тәүге күк күкрәүен ишетеүгә, бөрө тиртеүенә, хатта бәғзе яҡтарҙа йәшел үлән сығыуына күп ҡалмаған.
Беҙҙә әлегә - ҡалын ҡар. Барыбер ул йомшарҙы. Тимәк, яҙ, ысынлап та, яҡында. Артабан төн ҡыҫҡара барасаҡ.
Фото: Автор фотоһы.