Башҡорт драма театры актеры Фәим Әхмәтйәновҡа "Башҡортостандың халыҡ артисы" исеме бирелде. Ишембай уҙаманын, Стәрлетамаҡ театры асылғандың тәүге көндәренән үк унда хеҙмәт юлын башлап, бөгөнгө көнгә тиклем тоғоро ҡалған шәхесте юғары баһа менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.