Был тәмлекәсте эшләү өсөн 400 г баҡса еләге (туңдырылған еләк- емеш тә бара) , 1 литр һөт, 200 мл һөт өҫтө (сливки), 2 йомортҡа, 2 аш ҡалағы он, 2 аш ҡалағы крахмал, 1 стакан шәкәр, 1 ҡап ванилин, 1 ҡап печенье кәрәк.
Печеньены блендерҙа иҙәбеҙ. Кәстрүлдә йомортҡаның һарыһын айырып алып, уның өҫтөнә шәкәр, ванилин, он, крахмал, һөт һалып, болғата- болғата ҡуйырғансы ҡайнатабыҙ. Крем әҙер булғас, уны һыуытып, һөт өҫтө һалабыҙ.
Һауыттың төбөнә тәүҙә ваҡланған печенье, уның өҫтөнә туралған еләкте, һуңынан кремды ҡатлап- ҡатлап һалабыҙ. Иң өҫкө ҡатта печенье булырға тейеш. Десертты 4-5 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.