Был хәл Татарстан республикаһының Миңзәлә ҡалаһында булған. 12-15 йәштәрҙәге һигеҙ бала бассейнда хлор менән ағыуланған. Күнегеүҙәр ваҡытында улар үҙҙәрен насар хис итә башлағас, тренер урамға алып сыға һәм "тиҙ ярҙам" саҡырта. Бинаны ҡарағандан һуң, бассейнда вентиляция системаһының төҙөк булмауы асыҡлана. Әлеге хәл буйынса енәйәт эше асылған.
Балаларҙың барыһы ла дауаханала тикшереү үтә. Өсәүһе дауалана, үҙҙәрен яҡшы тоя башлағас, башҡалары өйгә ҡайтарылған.