Ихласлыҡ һәм саф хистәргә, романтизмға бай ижады менән башҡорт әҙәбиәтенә килеп ингән шағирә Зөлфиә Ханнанова йылдан-йыл илһөйәрлек һәм телһөйәрлек рухына һуғарылған шиғырҙары, китабы менән уҡыусыларҙы шаҡ ҡатыра. Өс йыл элек "Мин — башҡорт, тип танышығыҙ..." тип аталған китабы сыҡҡайны, күптән түгел ике телдәге "Таш-ҡатын" йыйынтығы донъя күрҙе.
Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты, "Йөрәк һүҙе" проекты еңеүсеһе Зөлфиә Ханнаованың был китабына исем биргән шиғыр тарихын да һөйләп үтте:
- Таш-ҡатын образында мин башҡорт ҡатындарының рухи ныҡлығын һәм ир-егеттәр менән бер рәттән яуға сыҡҡан батырлыҡты күрәм. Ниндәй генә һынауҙар булмаһын, ҡатындар таш ныҡлыҡы менән мөхәббәтенә, ғаилә усағына тоғоро ҡалап, ирҙәр менән бер ҡатарған донъя йөгөн тарта. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ишеге алдында урынлаштырылған таш һәйкәлде күргәс тыуған уйҙар шиғри юлдарҙа сағылыш тапты.
Сарала Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Әлибаев, шағирҙар Нурлан Ғәниев, Светлана Чураева, Сергей Янаки, Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте хеҙмәткәрҙәре, Башҡорт филологияһы факультеты студенттары һәм Санкт -Петербург ҡунағы, драматург, журналист, әҙәбиәт тәнҡитсеһе Юрий Татаренко ҡатнашты.
Улар байрам хужабикәһенә ихлас теләктәрен еткерҙе, китап тураһындағы фекерҙәрен әйтте.