Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Март 2021, 06:04

Хәрбиҙәр һәм ҡотҡарыусылар йылға боҙон шартлатты

Кисә (https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bo-shartlatilasa-722884/) яҙып үтеүебеҙсә, Башҡортостанда Үҙәк хәрби округының инженерҙары Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының хеҙмәткәрҙәре менән яҙғы боҙ тығылыуға һәм ташҡынға ҡаршы практик учение яһаны.

Легенда буйынса, йылғала боҙ тығылыу һөҙөмтәһендә бер тораҡ пунктына һыу баҫыу янай. Шартлатыу командаһы районға разведкаға йүнәлде: йылғаның боҙ тығылыу хәүефе янаған урындарын тикшерҙе. Саперҙар йырҙа киңлеген, боҙ ҡалынлығын үлсәне, күпме шартлатҡыс кәрәклеген иҫәпләне, зарядтар һалыу өсөн боҙҙо бырауланы. Аҙаҡтан улар шартлатыуҙар яһаны.

50-нән ашыу хәрби ҡатнашҡан учение Шишмә районының Сабур, Петряево һәм Первомайский, Ҡырмыҫҡалы районының Бекет ауылы янында үтте.
Читайте нас