Белоретта йәшәүсе ир тимер иретеп йәбештергәндә йәрәхәтләнә. Ул үҙ хужалығында эт өсөн вольер эшләргә тотона. Сварка аппаратын ҡулланғанда яҡында бензинлы канистра була. Һауыттағы яғыулыҡ ауып китә һәм түгелә. Уға осҡондар төшөп, ут тоҡана. Һөҙөмтәлә 1980 йылғы ирҙең бите бешә. Ул дауаханаға ятыуҙан баш тарта.