Тәңкәләрҙең ҡыйбатлылығын муттар, кеше ышандырып, ломбардта тикшерергә тәҡдим иткән.
Бер тәңкәне тикшергәс, башҡалары ла алтын, көмөш тәңкәләрҙер, тип ирекәй 108 көмөш, 59 алтын тәңкә, көмөш ҡалаҡ өсөн 150 мең һум аҡса түләгән.
Ҡайтҡас, ҡыуанысын ҡатыны менән уртаҡлашҡан. Ҡатыны, ялҡауы килмәй, тәңкәләрҙе алып, ҡабаттан ломбардҡа барған. Унда тәңкәләрҙең ялған булыуы асыҡланған.
Был факт буйынса енәйәт эше асылған.
Муттар һоро төҫтәге ВАЗ-2110 машинаһында йөрөй.
1). Ҡарамаҡҡа 25-30 йәш, буйы 175 см, ябыҡ, күҙҙәре ҡыҫығыраҡ, ҡуңыр йөҙлө, бәләкәй танаулы, ҡуйы ҡара һаҡаллы ир. Енәйәт ҡылғанда ҡуйы йәшел төҫтәге ҡара шаҡмаҡлы салбарҙа, ҡуйы көрән төҫтәге сепрәк курткала, ҡара шапкала булған.
2). Ҡарамаҡҡа 25-30 йәш, буйы яҡынса 175 см, күҙҙәре ҡыҫығыраҡ, бите ябыҡ, ҡуңыр йөҙлө, ҡуйы ҡара һаҡаллы. Енәйәт ҡылғанда асыҡ зәңгәр төҫтәге спорт курткаһында, ҡара шапкала булған.
Уларҙың ҡайҙалығын белһәгеҙ, полицияға шылтыратыуығыҙ һорала: 8 ( 347) 279-39-02, 8 (347) 237-19-60 йәки 02 (102).
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәтенән.