Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Март 2021, 15:05

Ҡатынды үлтергән ир тотолған

Благовещен ҡалаһында 50 йәшлек ҡатын юғалғайны. Уны эҙләгәндә, оперативниктар ҡатындың бер танышына ҡунаҡҡа барыуы ихтималлығын күҙ уңында тотоп, 49 йәшлек ирҙең фатирына юллана. Фатирҙа полиэтиленға һәм келәмгә уралған ҡатындың мәйетенә тап булалар...

Ҡасҡан ирҙе тотор өсөн бер нисә урында боҫҡон (засада) ойошторола. Енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән ир Ҡырмыҫҡалы районында тотола.

Асыҡланыуынса, ҡатын иргә ҡунаҡҡа килгәс, улар бергә ултырып араҡы эскән. Табын артында ултырғанда ир ҡатынды көнләшеп, икеһе ирешеп киткән һәм фатир хужаһы асыуына сыҙамай, бысаҡ менән һелтәнеп, ҡатындың муйынына - артерияға эләктерә.
Ҡатын ҡанһырап үлә.

Фатир хужаһы енәйәт эҙен йәшерергә маташып, ҡатындың мәйетен полиэтиленға, келәмгә урап, тәҙрә аша урамға ырғытырға тырыша ла бит, был ниәте килеп сыҡмай.

Шунан ул мәйетте фатирҙа ҡалдырып, документтарын ала ла, енәйәт урынынан ҡаса...
Уға ҡарата енәйәт эше асылған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас