Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Март 2021, 14:30

Һары ҡарҙың сәбәбе асыҡланды

Кисә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында һары ҡар яуыуы тураһында хәбәр иткәйнек.

Кисә социаль селтәрҙәрҙә Ағиҙел, Октябрьский, Нефтекама ҡалаларында йәшәүселәр яуған ҡарҙың һарғылт төҫтә булыуы тураһында хәбәр иткәйнеләр. Баҡһаң, шундай уҡ хәлгә Татарстанда һәм Ульяновск өлкәһендә йәшәүселәр ҙә тарыған икән.
Ульяновск өлкәһенең экология министрлығында был сәйер күренештең сәбәбен аңлаттылар. Белгестәрҙең һүҙҙәре буйынса, ҡарҙың һарғайыуына туҙан бураны менән килгән ҡом өлөшсәләре ғәйепле икән.
- Ҡар пробаларын фильр аша үткәргән саҡта, унда ҡом өлөшсәләре булыуын асыҡланыҡ. Һары төҫтәге ҡар – тәбиғи хәл, ул экология һәм халыҡ өсөн хәүеф тыуҙырмай, - тип аңлаталар министрлыҡта.
Фото: социаль селтәрҙәр
Читайте нас