Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Март 2021, 15:57

Ярҙам кәрәк!

Учалы районында йәшәгән өс балалы Уразаевтар ғаиләһенә матди ярҙам талап ителә.

Быйыл 6 февралдә ата-әсә ике улы менән аварияға эләгеп, дүртеһе лә ауыр яралана.
Әсә әлегәсә кеше көнлө ята. Дауаханала уны студент улы тәрбиәләп ҡараған (әле лә ял һайын ҡайтып, хәленән килгәнсә ярҙам итә).
Дүртеһенә лә төрлө дарыуҙар яҙғандар, әммә ғаиләнең финанс хәле хөрт булғас, тейешле дауаны тулыһынса ала алмайҙар. Ғаилә башлығы эш урынына аванс һорап барғас, "больничныйҙа" ятҡан кешегә аванс яҙылмай, тигәндәр.
Уларға ярҙам итергә теләүселәр булһа, аҡсаны телефон номеры аша мобиль банкка күсерә ала: Перевод 89674522477 сумма. Получатель Анфиса Фармутовна У.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас