Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Марта 2021, 14:08

Өҫтәмә ял көндәре булырмы?

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, Космонавтика һәм Уҡытыусылар көндәрен ял тип иғлан итеүҙәре бар. Йәғни сираттағы депутат башланғысы тураһында.

РФ Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар менән эш комитеты ағзаһы Сергей Вострецов өҫтәмә ял көндәре кәрәк тип иҫәпләй. “Эш аҙнаһын дүрт көнлөк итергә һәм барлыҡ Рәсәй байрамын ял көндәренә тура килтерергә”, - тигән фекер менән сығыш яһай ул.
Депутат аҙна һайын өс көнлөк ялды оло йәштәгеләргә — заманса технологияларҙы үҙләштереп, ә йәштәргә актив спорт һәм ял менән шөғөлләнеп уҙғарырға кәңәш итә.
Читайте нас