Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Март 2021, 15:10

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 8 енәйәт эше асылған

Тәүлек эсендә 23 кеше полицияға муттарға зарланып ғариза яҙған: туғыҙ кешене ялған "банк хеҙмәткәре" алдаған, 10 кешене Интернет аша тауар һатып алғанда йәки һатҡанда төп башына ултыртҡандар, дүрт кешене – төрлө хеҙмәттәр күрһәткәндә.

Өфөлә йәшәүсе 33 йәшлек ҡатын танышына санитар кенәгәһен алырға ярҙамлашыуын һорап мөрәжәғәт иткән.
Танышы ярҙамы өсөн 15 мең һум аҡса һораған. Ҡатын уның картаһына тейешле сумманы күсергәс, танышы бәйләнештән юғалған.
Бишбүләк районында йәшәүсе 58 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ ир шылтыратып, биологик актив өҫтәмәләр алғаны өсөн матди зыянды өлөшләтә ҡапларға теләүе хаҡында белгерткән.
Ирекәй ҡатынды: "Һеҙҙең исемгә "3 млн һумлыҡ сертификат сығарабыҙ, әммә бының өсөн адвокатҡа түләр кәрәк", - тип ышандырған.
Ҡатын ҡыуанып, билдәһеҙ иҫәпкә ике ай эсендә 777 600 һум аҡса күсергән. Хәҙер ни аҡсаһы юҡ, ни сертификат, ни буш сырҙы вәғәҙә итеүсе ир...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас