18 мартта республика буйынса ҡарлы ямғыр яуа, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдарҙы ҡар һырый. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +2,-3 градус.
19 мартта төндә урыны менән ҡар яуасаҡ, көндөҙ ҡарлы ямғыр, көньяҡ райондарҙа еүеш ҡарҙың ағастарға, сымдарға һырыуы, урыны менән боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡар һырынтылары. Ел көньяҡ-көнсығыштан, төньяҡ-көнсығышҡа күсеүсән, талғын, көньяҡта урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 6,11 градус һалҡын, көндөҙ +3,-2 градус.