Ярыштарҙың төп майҙансығы итеп Ағиҙел йылғаһы яры буйы һайланды. Бында өс йөҙләп кеше - мәктәп уҡыусылары, урта һәм юғары белем биреү усаҡтары студенттары, спорт ветерандары, спорт мәктәптәре, үҫмерҙәр клубтары тәрбиәләнеүселәре, спорт ветерандары күмәкләшеп йүгерҙе. Старт алдынан улар зарядка яһаны, концерт ҡараны, аҙаҡтан барыһына ла иҫтәлекле миҙалдар тапшырылды.
Бының кеүек йүгереү ярыштары "Яркий" биҫтәһендә, Беренсе Май, М.Ғафури исемендәге парктарҙа, Еңеүҙең 50 йыллығы скверында үтте.