Енәйәттә ғәйепле ирҙе эҙләп тапҡандар.
Билдәле булыуынса, иҫерек 34 йәшлек ир менән уның 44 йәшлек иптәше ауыл буйлап йөрөп, спиртлы эсемлек табырға ярҙам итешкән кешене эҙләгән.
Үҙәк урамда улар 32 йәшлек ирҙе күреп, беҙгә алкоголь табыш, тип бәйләнгәндәр. Тегеһе баш тартҡас, араларында ыҙғыш тыуған. Һәм 32 йәшлек ир 34 йәшлек ауылдашына бысаҡ менән сәнскән. Шул бер сәнсеү үлемесле булған. Икенсе иргә бысаҡ бер нисә тапҡыр эләккән.
Шунан һуң 32 йәшлек ир үҙенең туғандарына юлын дауам иткән.
Тәфтишселәргә ул, был ваҡиғаға минең бер ҡыҫылышым да юҡ, тиһә лә, енәйәт ҡылыуын раҫлаған дәлилдәр бар.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.