Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Эльвира Муллағолова Өфө һәм Һалле ҡалаһы араһындағы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре буйынса халыҡ-ара ассоциацияның проектында ҡатнашты. Был проект сиктәрендә бейеүсе башҡорт бейеүе нигеҙҙәре буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Билдәле булыуынса, проект онлайн үткәрелә, аҙна һайын уның ҡатнашыусылары онлайн-осрашыуҙарға йыйыла һәм Башҡортостандың мәҙәниәтен һәм йолаларын өйрәнеү буйынса дәрестәрҙә ҡатнаша.
Һалле ҡалаһы менән Өфө араһындағы дуҫлыҡ ептәренең нигеҙҙәре 1977 йылға барып тоташа. Ғәскәровсылар халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға йүнәлтелгән сараларҙа йыш ҡатнаша. Был проект сиктәрендә улар немецтар өсөн тағы ла дүрт оҫталыҡ дәресе үткәрергә ниәтләйҙәр.
Фото: Эльвира Муллағолованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән