Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төп саралар 18 мартта Барҙа районының Төнгүк ауылында үтә, унда Башҡортостан Республикаһының һәм Пермь крайының рәсми вәкилдәре ҡатнаша.
Ауылдың мәҙәни-ял итеү үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы Милли музейының «Башҡорт халҡы этнографияһы» исемле планшетлы күргәҙмәһе эшләйәсәк. Бында Ғәйнә башҡорттары ҡорға йыйыла. Ғилми-ғәмәли конференция форматында ойошторолған Ғәйнә йыйынында Башҡортостан ғалимдары Нәркәс Хөббөтдинова, Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Рәфил Аҫылғужин, Искәндәр Сәйетбатталов һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ. Пермь ғалимдары исеменән РФА ағза-корреспонденты, тарих фәндәре докторы Александр Черных «Ғәйнә башҡорттарының тарихи үҙенсәлеге» исемле доклад тәҡдим итә. Шулай уҡ төбәктә эшләүсе башҡорт йәмәғәт ойошмалары һәм ғәйнә башҡорттары вәкилдәре лә һүҙ тота.
Пермь крайының ижади коллективтарының концерты ла була.
Көндөң икенсе яртыһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре төбәктәге башҡорт йәмәғәт ойошмалары ағзалары менән осрашыу уҙғара. Пермь яҡтарына «Тамыр» телеканалы һәм «Аҡбуҙат» журналы коллективтары ла сыға, улар өс көн дауамында балалар менән аралаша, фотосессия ойоштора, төрлө уйын үткәрә, «Нурбостан», «Шумер» йәнһүрәттәрен күрһәтә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, «Мәргән уҡсы» хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин да үҙ программаһын тәҡдим итә, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн уҡтан атыу дәрестәрен күрһәтә һәм турнир ойоштора.
19 мартта Пермь районының Ҡуян һәм Бисер ауылдарында төрлө сара ҡаралған. Билдәле башҡорт шәхесе, мәғдәнсе Исмәғил Тасимовтың тыуған ауылында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыласаҡ. Ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн Башҡортостан артистары — «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы ҡатнашыусылары сығыш яһай. Бер үк ваҡытта Барҙа ауылында Башҡортостан һәм Пермь эшҡыуарҙары менән ауыл хужалығы кооперацияһы мәсьәләләре буйынса семинар үтә. Бисер ауылында «Ғәйнәләр — халҡым, телем, тарихым» проектына ярашлы, мәҙәни-мәғлүмәти конференция, концерт ойошторола. Шунда уҡ төбәк башҡорттары ҡоролтайының «Пермдә тыуған арҙаҡлы шәхестәр — Ғәйнә башҡорттары» күргәҙмәһе эшләйәсәк.
20 март Елпачиха дөйөм урта мәктәбендә башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбен асыу тантанаһы була, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уларға мультмедиялы интерактив таҡта һәм проектор тапшыра.
Байрам сараларының һәр көнөндә урындағы халыҡ өсөн режиссер Булат Йосоповтың «Беренсе республика», Айнур Асҡаровтың «Из Уфы с любовью», «Отряд Таганок» фильмдары күрһәтеләсәк. Пермь крайына Айнур Асҡаровтың, төп ролде башҡарған йәш актерҙарҙың килеүе көтөлә.