Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Март 2021, 17:20

Иглин районы башлығы вазифаһын бушата

Николай Самойленконың эшен ваҡытлыса беренсе урынбаҫары Гүзәл Насырова башҡарасаҡ.

2018 йылдан алып Иглин районы башлығы вазифаһын башҡарыусы Николай Самойленко эшенән китә. Был ҡарар бөгөн район Советы депутаттары тарафынан ҡабул ителгән. Был хаҡта район хакимиәтенең сайтында хәбәр ителә.
Район башлығының эштәрен ваҡытлыса беренсе урынбаҫар Гүзәл Насырова башҡарасаҡ.
Фото: Николай Самойленконың Вконтактелағы сәхифәһенән
Читайте нас