Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Март 2021, 04:48

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Марсель Байдәүләтов үҙенең вазифаһын ҡалдыра

Был хаҡта ул үҙенең сәхифәһендә белдерҙе.

«Миллионлы ҡала – һине тонуста тотоп торған, тормош ритмыңды көйләгән үҙе бер «тере» организм. Был миңә оҙаҡҡа етер тип уйлайым. Әле үк күңелһеҙ була башланы... Юлымды артабан дауам итәм», – тип яҙа Марсель Илдар улы.
Марсель Байдәүләтов мэрияның матбуғат хеҙмәтен 2018 йылдың ноябренән етәкләне. Был вазифаны ваҡытлыса ведомство белгесе Лариса Сәлихова башҡарасаҡ. Рәсми тәғәйенләү тураһында һуңыраҡ билдәле буласаҡ.
Фото: «Бәйләнештә»
Читайте нас