Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Март 2021, 07:35

Булмағанды, булдырғандар...

Өфөлә 15 һәм 18 йәшлек ҡыҙҙар атайҙарын көсләүҙә ғәйепләгән.Тикшереүҙәр барышында медицина экспертизаһы ҡыҙҙарҙың саф булыуын күрһәткән.

Өфөлә 15 һәм 18 йәшлек ҡыҙҙар атайҙарын көсләүҙә ғәйепләгән.
Тикшереүҙәр барышында медицина экспертизаһы ҡыҙҙарҙың саф булыуын күрһәткән.
Асыҡланыуынса, ғаилә мосолман йолаларына нигеҙләнеп йәшәй. Былтыр майҙа атай кеше 18 йәшлек ҡыҙының бер егет менән йөрөүен белеп ҡалған. Бының өсөн ул ҡыҙын һәм ҡатынын туҡмаған.
Рәнйетелгән ҡыҙ, унан үс алырға уйлап, атайым мине көсләне, тип әйткән. Әсә кеше полицияға ғариза яҙған.
Ғаилә башлығын ҡулға алғандар. Экспертиза енси бәйләнеш булмағанын күрһәтһә лә, ир һаман тикшереү изоляторында ултыра.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас