Красноярскиҙа Үҙәк хәрби округының хәрби комиссариаттары араһында йыйындар уҙҙы. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Үҙәк хәрби округына инеүсе БР Хәрби комиссариаты Рәсәйҙең 29 субъекты араһында граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү буйынса иң яҡшы күрһәткестәргә иреште. Башҡортостандың хәрби комиссары, поолковник Михаил Блажевичҡа округ штабының ойоштороу- мобилизация идараһы башлығы, генерал- майор Александр Линьков Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы, генерал- полковник Александр Лапин исеменән кубок һәм грамота тапшырҙы.
Март-апрель айҙарында БР Хәрби комиссариаты хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәктәрен билдәләйәсәк Үҙәк комиссияның һайлап алыуында ҡатнашасаҡ.
2020 йылда Башҡортостан Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә 9 меңдән артыҡ егет оҙатҡан.Ике меңдән артыҡ кеше һигеҙ хәрби эшелон менән ебәрелгән. Уларҙың бишәүһе Өфөлә формалашҡан, 900-ҙө хәрби транспорт, граждандар авиацияһы самолеттары менән оҙатылған.
Фото: БР Хәрби комиссариаты.