Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2021, 12:05

Ғүмерҙе өҙгән шайба...

Бөгөн Ярославлдә уйын мәлендә башына шайба эләгеп йәрәхәтләнгән хоккейсы Тимур Фәйзетдинов вафат булды. КХЛ һәм ЙХЛ-дың киләһе уйындары бер минут тынлыҡ менән башланасаҡ.

Йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаусы «Динамо-СПБ» хоккей клубының һаҡсыһы Тимур Фәйзетдиновҡа ни бары 19 йәш булған. Ул командаға 2016 йылда килә, 190 уйында сығыш яһай, яңы миҙгелдә талантлы спортсыға ышаныс белдереп, капитан итеп ҡуялар.
12 мартта «Локомотив» клубына ҡаршы плей-офф уйындарының береһендә Тимур Фәйзетдиновтың башына шайба килеп эләгә. Хоккейсы шунда уҡ иҫен юйып, боҙға ауа. «Тиҙ ярҙам» машинаһы уны яҡындағы Соловьев исемендәге дауаханаға илтеп ҡуя. Яҡындары әйтеүенсә, шайба хоккейсының йоҡо артерияһына эләккән. «Һигеҙ минут үткәс кенә уның йөрәген эшләтеп ебәргәндәр. Тиҙ арала Ярославлгә барып еттек. Хәле бик ауыр ине, үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырғайнылар», — тип яҙҙы Тимурҙың ҡустыһы Рәмил.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн хоккейсы аңына килмәйенсә вафат булған. Был хаҡта Йәштәр хокккей лигаһының рәсми сайтында хәбәр ителде. Континенталь һәм Йәштәр хоккей лигаһының киләһе уйындары бер минут тынлыҡ менән башланасаҡ. Әлеге ваҡытта РФ Тәфтиш комитеты тикшереү уҙғарырға йыйына. Күп белгестәр хоккейсының үлеменә тейешле экипировканың, йәғни ҡолаҡты ҡаплап тороусы шлемдың булмауы сәбәпсе тип иҫәпләй. Был шлемды кейеү 18 йәшкә тиклем хоккейсыларға мотлаҡ һанала, ә унан өлкәнерәктәргә бары тик кәңәш ителә. Ни генә тиһәң дә, ҡаза аяҡ аҫтында шул.
Йәш хоккейсының йәне йәннәттә булһын...
Фото: business-gazeta.ru
Читайте нас