Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2021, 08:07

Иғтибар: конкурс!

13-25 апрелдә XXIII Халыҡ-ара балалар-йәштәр ижады һәм педагогик инновациялар фестиваль-конкурсы - "Художестволы ижад буйынса Рәсәй Кубогы - Сәнғәт Ассамблеяһы" үтәсәк.

Сара Мәскәүҙә конкурс һәм күргәҙмә формаһында ойошторола. Унда ситтән тороп та ҡатнашырға мөмкин.
Йәш рәссамдар, фотографтар, аниматорҙар, ҡул эштәре оҫталары һәм башҡа ижадсылар үҙ һәләтен күрһәтә ала.
Ҡатнашыусылар 4 апрелгә тиклем теркәлергә тейеш.

Фестиваль тураһында тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://www.artfestival.info/index.php/ru/contests
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас