Тимур Сәмиғуллиндың юғалыуы хаҡында бер нисә тапҡыр хәбәр иткәйнек инде. Үҫмер 28 декабрҙә көпә-көндөҙ өйөнән билдәһеҙ йүнәлештә сығып китә һәм кире әйләнеп ҡайтмай. Уны ирекмәндәр, хоҡуҡ һаҡсылары эҙләне, әммә өс айға яҡын ваҡыт дауамында бер ниндәй ҙә һөҙөмтә булманы. Был ҡурҡыныс һәм сәйер хәл бар республика халҡын борсоуға һалды.