Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2021, 06:25

Бөгөн – төҫлө ҡәләмдәр көнө

Буяу ҡәләмегеҙ бармы? Әйҙә, ултырығыҙ ҙа, нимә күрәһегеҙ, шуны төшөрөгөҙ. Тик һүрәтегеҙ мөмкин тиклем сағыуыраҡ булһын. Тулы ышаныс менән әйтәм: уға ҡарап, кәйефегеҙ күтәрелеп китер.

Төҫлө ҡәләмдәр көнө йыл һайын 16 мартта билдәләнә икән. Бындай ҡәләмдәрҙең тарихы бөгөнгәсә тулыһынса өйрәнелмәгән.
Балауыҙҙан яһалған төҫлө ҡәләмдәр Алтын грек быуатында, йәғни беҙҙең эраға тиклем 500 – 429 йылдарҙа, башланғыс алыуы мөмкин, шул саҡтарҙан документтарҙа бар, имеш.

ХХ быуаттың башында рәссамдарға ҡулайлыраҡ итеп сығара башлағандар.

Ә инде буяғыс китаптар барлыҡҡа килеүгә был төҫлө ҡәләмдәрҙе етештереү ҡырҡа артҡан.
Бөгөн һәр баланың ҡулында тиерлек була улар. Һуңғы йылдарҙа, баҡһаң, буяу ҡәләмдәре арт-терапияла ҡулланыла икән.
Фото: vk.com.
Читайте нас